Цветовая схема: C C C C
Размер шрифта: A A A
Изображения:

Разделы



04.06.2021

Был ваҡыт эсендә унда миллионлаған кеше дауаланыу үтә, меңләгән ғилми хеҙмәттәр яҙыла. Ошо уңайҙан баш ҡалала 11-се Халыҡ-ара офтальмологтар конференцияһы уҙҙы. «Көнсығыш- Көнбайыш» тип аталған кәңәшмәгә Австрия, Бөйөк Британия, Америка Ҡушма Штаттары һәм башҡа ил белгестәре онлайн ҡушылды. 


Стәрлетамаҡтан биш йәшлек Назар ҡылыйлыҡтан яфаланған. Ике йыл дауаланыу алға китеш бирмәй. Өфөләге күҙ ауырыуҙары институтында был сирҙән операция эшләүҙәрен малайҙың әсәһе осраҡлы ғына белеп ҡала. Кәрәкле анализдар тапшырып, табип консультацияһы үткәндән һуң, Назарға әмәлиәт бушлай яһала.

Күҙ – ул күңел көҙгөһө лә, мейенең тышҡа күренеп торған өлөшө лә, ти табиптар. Быйыл Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты 95 йыллыҡ ҙур юбилейын билдәләй. Рәсәйҙә иң олоһо тип иҫәпләнгән офтальмология килиникаһында күҙ ауырыуҙарының барлыҡ төрҙәренә лә тиерлек консультатив һәм хирургик ярҙам күрһәтеү мөмкинлеге бар. Һуңғы йылдарҙа пациенттар араһында шәкәр диабеты менән яфаланыусыларҙың күҙҙәренә операция яһау осраҡтары артҡан.

Өфө офтальмологтары йылына 150 мең пациентты ҡабул итә, уларҙың 40 меңенә операция яһала. Клиниканың ике корпусына ла Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, хатта сит илдәрҙән килеп дауаланыусылар бар.

«Көнсығыш-көнбайыш» 11-се Халыҡ-ара офтальмологтар конференцияһы онлайн һәм оффлайн рәүештә үткәрелде. Кәңәшмәгә төрлө ҡитғаларҙан белгестәр ҡушылды. Түңәрәк өҫтәлдә күҙ сирҙәрен заманса дауалау ысулдары тураһында йөҙҙән ашыу сығыш яһалды. Шулай уҡ 95 йыллыҡ юбилей айҡанлы күҙ табиптары өсөн махсус әсбап баҫтырылған.


Беҙ төрлө күҙ ауырыуҙары менән яфаланыусыларға ярҙам итәбеҙ. 500-ҙән ашыу операция төрө буйынса әмәлиәттәр башҡарабыҙ. Республикала башҡа бер кем дә быны эшләмәй. Башҡортостанда яһалған 90 процент операциялар күҙ ауырыуҙар институтында үтә.

Мөхәррәм Бикбов, Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты директоры

Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты заманса ҡоролмалар менән тулы кимәлдә йыһазландырылған, тип билдәләй клиника директоры. Иң мөһиме пациенттар күреү һәләтен ҡайтарһын, күҙҙәре яҡшы күрһен тигән теләктә табиптар.


БСТ